Дошкольник            
                   
Получить сертификат публикации

Педагогам

Поиск

Дошкольник.ру

Дошкольник.ру - сайт воспитателя, логопеда, дефектолога, музыкального руководителя, методиста, инструктора по физической культуре, родителя. Предлагаем педагогам помощь в аттестации.
дошкольник.рф - журнал воспитателя.

Рейтинг@Mail.ru Яндекс цитирования
Яндекс.Метрика

Размещаем статьи

Публикация статей бесплатно для педагогов с выдачей сертификата

Условия выдачи Сертификата

Фейсбук

Подписаться на facebook.com
Развитие речи дошкольников на башкирском языке
Развитие речи у детей
Автор: Венария Валиева   
27.09.2014 16:48

Башҡорт телендә

дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшергә өйрәтеү

Бөгөнгө  көндә  балалар  баҡсаһында  башҡорт  теле күнекмәләрендә (на занятиях) балаларҙың телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм үҫтереү   тәрбиәсе  алдында төп   бурыстарҙың береһе булып тора.

Ә был  бурыстарҙы  тормошҡа  ашырыу  балаларҙың  бәйләнешле  телмәрен үҫтереү эшен  дөрөҫ ойоштороуҙан тора.

Балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тәрбиәсенең  оҙайлы  һәм системалы  көндәлек  эше  булырға  тейеш.

Әлбиттә,  телмәр  үҫтереү  күнекмәләрен  ойоштороу  тәрбиәсенән  ныҡлы әҙерлек  һәм  ижади  эшләү  талап  итә. Эштә  балаларҙың  тел  берәмәктәрен лексик- семантик, функциональ  яҡтан  бөтә  нескәлектәрендә  ҡабул  итә белеүҙәренән  башларға  кәрәк.  Бының өсөн күнекмәнең грамматик һәм лексик темаһы булырға тейеш.  Ошо  маҡҡсатты  тормошҡа  ашырыу  өсөн  текст  ярҙамында  телмәр  үҫтереүгә  булышлыҡ  итеүсе  күп  төрлө  эштәрҙе  ойошторам  мәҫәлән :

Ø әңгәмәләр ойоштороу;

Ø диалог төҙөү;

Ø кәрәкле мәғлүмәт алыу;

Ø коммуникатив мәсъәләне хәл итеү;

Ø һорауҙарға яуап биреү;

Ø фонофрестоматия тыңлау.

Күнегеүҙәр  системаһы, әҙер текст  өҫтөндә  эшләү  менән  бер  рәттән, балаларҙың  үҙҙәренә  лә  төрлө  темаға  текстар  төҙөргә  тәҡдим  итәм.

Бындай эш төрө балаларҙың һәр тема буйынса тейешле телмәр күнекмәләрен үҙләштереү кимәле ( уровень)  уңыштарын күҙәтеп барырға ярҙам итәсәк.

Телмәр үҫтереү өсөн шулай уҡ ижади характерҙағы эштәр  ҙә тәҡдим итәм. Мәҫәлән ;

Ø картина буйынса телдән инша

Ø һүрәттәр буйынса һәм тәҡдим ителгән  темаға бәләкәй хикәйә төҙөү,

тексты дауам итеү,

Ø тирә — яҡты күҙәтеүҙән  торған тәҫьораттар   менән уртаҡлашыу, фекер алышыу,

Ø уҡылған текст,теле-радио таптырыуҙар,

Ø газета,журнал материалдары буйынса  әңгәмәләшеү , йомаҡ, мәҡәлдәр менән эшләү;

Ø бәхәс ҡороу ;

Ø күмәк кеше алдында сығыш  яһарға өйрәнеү,

Ø өлгө буйынса шиғыр юлдары  төҙөп ҡарау һәм башҡа төрлө эштәр

Шулай уҡ ребустар , ҡөләмәстәр, тиҙәйткестәрҙе лә ҡулланам.

Бындай эштәр бигерәк тә ял итеү һәм материалды ҡыҙыҡлы формала үҙләштәреү өсөн бик әһәмиәтле.

Үҙ эшемдә төрлө тематикалы текстар ҡулланам.  Мәҫәлән :

Тыуған  ил  һәм  Башҡортостан,  уның  тәбиғәте, халҡы,  теле,  әҙәбиәте, экология, үҫемлектәр,  хайуандар донъяһы,  Башҡортостандың  күренекле шәхестәре,  яҙыусылары,  сәнғәт  кешеләре,  башҡорт  халҡының  музыка  ҡоралдары,  ауыл,  ҡала тормошо,    байрамдары,   халыҡ йолалары, халыҡтар дуҫлығы, төрлө һөнәр кешеләре.

Минең эшемдә күргәҙмәлек күп урын ала.  Мәҫәлән: таблица,  һүрәттәр,  ребустан  тыш  картиналарҙан  репродукциялар  ҡулланыу.

Шулай уҡ һүҙлек эшенә ныҡ иғтибар итәм.  Һүҙҙәрҙе  үҙләштереү  өҫтөндә эште  төрлө  яҡлап ,  артабан уны телмәрҙә дөрөҫ ҡулана алыу маҡсатынан сығып ойошторам.

Ошо маҡсатта һүҙҙәр менән һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөтәм һәм  башҡа эш төрҙәре тәҡдим итәм.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү эҙмә — эҙлекле башҡарыла . Лексик берәмәк булараҡ  ул  контекстан  айырып  бирелһә лә,  уның мәғәнәһе  бирелә.

Башҡорт телендә төшөндөрөү,  синоним,  антонимдар һайлау, тәржимә итеү. Ҡайһы бер һүҙҙәр балаларға таныш булыуы ихтимал.  Әллә, был осраҡта ла һүҙҙең дөрөҫ әйтелеше, яҙылышы аңлатыла ,  уны  практикала  ҡуланыу өсөн ситуациялар булдырыла , коммуникатив     биремдәр тәҡдим ителә.

Һүҙлек эшен ойоштороу балаларҙың  актив  һүҙлек заманаһын

байыҡтырыуға , таныш булғандарының яңы мәғәнәләрен асыҡлауға һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк.

Үҙемдең эш тәжрибәмдән бер нисә өлгө тәҡдим итәм.

I. Ҡ хәрефе менән башланған өс хәрефле һүҙҙәрҙе кем күберәк әйтә алыр?

II. Тәҡдим ителгән таблицилағы хәрефтәр ярҙамында кем күберәк  һүҙҙәр уйлай алыр икән ?

А

Б

Л

Ҡ

Ҫ

Ғ

Ә

Ҙ

Е

С

Ң

Н

Д

Т

Ө

Р

М

Ш

Һ

Ы

Ү

У

Г

Ф

П

III. Көләмәсте иғтибар менән тыңлағыҙ.

Үҙ һүҙҙәрегеҙ менән һөйләп ҡарағыҙ .

Үҙегеҙ белгән көләмәстәрегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ .

Ишектә ҡыңғырау.

Атайың өйҙәме ?

-  Юҡ

- Әсәйең ?

- Юҡ

- Ә өләсәйең ?

 

- Ул йәшенде.

 

Журнал

ЖУРНАЛ Дошкольник.РФ

Бесплатная подписка

Как попасть в журнал

Как попасть на обложку журнала

Приглашаем педагогов к размещению материала. Статьи можно присылать по адресу: doshkolnik@list.ru

Ближайший номер 8 (117) выйдет 1 августа 2019

"Дошкольник.РФ"

Скачать Номер 7 (116) за 2019 год
Скачать Номер 6 (115) за 2019 год
Скачать Номер 5 (114) за 2019 год
Скачать Номер 4 (113) за 2019 год
Скачать Номер 3 (112) за 2019 год
Скачать Номер 2 (111) за 2019 год
Скачать Номер 1 (110) за 2019 год
Скачать Номер 12 (109) за 2018 год
Скачать Номер 11 (108) за 2018 год
Скачать Номер 10 (107) за 2018 год
Скачать Номер 9 (106) за 2018 год
Скачать Номер 5 (29) за 2012 год
Скачать Номер 4 (28) за 2012 год
Скачать Номер 3 (27) за 2012 год